Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 2020 йыл менән сағыштырғанда 21,5 процентҡа артҡан һәм яҡынса 3,7 миллиард доллар тәшкил иткән. Экспорт 17,6 процентҡа артҡан һәм 2,9 миллиард доллар тәшкил иткән. Сеймал булмаған экспорт өлөшө уҙған йыл менән сағыштырғанда 68 процентҡа күберәк, йәғни 1,8 миллиард доллар тәшкил иткән. Уҙған йылда көрсөккә ҡаршы булышлыҡ итеү сиктәрендә 130 экспортлаусы компания логистика һәм сертификация буйынса 110 миллион һумға финанс ярҙамы алған. «Ашығыс экспорт ярҙамы» программаһы республикала экспортты үҫтереүҙең яңы мөмкинлеген асты. Ошо программа буйынса башҡарылған эш йомғаҡтары 500 мең долларлыҡ тәүге килешеүҙәр төҙөлөүен күрһәтә.