Иҡтисад
9 Января 2022, 15:10

Республика алдынғылыҡты бирмәй

Социаль предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынды биләй, шәхси эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урында.

Республика алдынғылыҡты бирмәйРеспублика алдынғылыҡты бирмәй
Республика алдынғылыҡты бирмәй

Социаль предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынды биләй, шәхси эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урында.

2021 йылда дәүләт тарафынана эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1,1 миллиард һум бүленгән, шул иҫәптән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуға 735,7 миллион һум.

“Башҡорт микрозаймдар компанияһы” төбәк эшҡыуарҙарына 312 микрозайм биргән.

347 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм  үҙ шөғөлө булған 32 кеше муниципаль субсидия рәүешендә ярҙам алған. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 134,6 миллион һум бүленгән. 116 социаль эшҡыуар 500 мең һумға тиклем грант рәүешендә ярҙам алған. Былтыр эшҡыуарҙар Башҡортостан халҡына 3,6 меңдән ашыу яңы эш урындары булдырып,  900-ҙән ашыу проектты тормошҡа ашырған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас