Башҡортостанда 2021 йылдан алып аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла, ул федераль һәм төбәк сараларын үҙ эсенә ала. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов улар тураһында һөйләне.
Уның мәғлүмәттәре буйынса, декабрь уртаһына тиклем экспортҡа 307 миллион долларлыҡ продукция оҙатылған (план буйынса 167 миллион доллар). 2021 йылдың 11 айында 118,5 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һәм эсемлек етештерелгән, 101 миллиард һумлығы ташылған (план буйынса 87 миллиард һум). 18,4 млрд һумлыҡ эсемлектәр етештерелгән. 17 кооператив ойошторолған (план буйынса - 20).
2022 йылдан өҫтәмә ярҙам – алкоголһеҙ эсемлектәр һәм һут етештереүсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн сеймал (40 процент) һатып алыуға субсидиялар эшләй башлай.
Тағы ла бер ярҙам төрө – эшкәртеүселәр (юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар) өсөн ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар (40%).
Килем килтереүсе проекттарға – кооперативтарға булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум һалынған. Программаның яңы версияһы буйынса, үҙ аҡсалары менән 9 проценттан 49 процентҡа тиклем күләмдә берлектә финанслау шарты менән, субсидия 14 миллион һумға тиклем арттырылған (элек 3 миллион һум ине).
Радий Хәбиров аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү тармағында бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙамды икеләтә арттырырға ҡушты. Әле ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялауға 50 миллион һум бүленә. “Икенсе ярты йыллыҡта, бюджетҡа төҙәтмәләр индергәндә, сумманы арттырыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Был һәйбәт ярҙам булыр”, – тине республика Башлығы.
Һуңғы бер нисә йылда 300-ҙән ашыу кооператив ойошторолған, шуларҙың 190-ы – эшкәртеүсе, тине вице-премьер. Уларҙың эксклюзив продукцияһы 1200 сауҙа нөктәһендә, шул иҫәптән федераль селтәрҙәрҙә һәм маркетплейстарҙа, төрлө тармаҡ күргәҙмәләрендә һатыла.
– Алға табан барғаныбыҙ өсөн рәхмәт. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ тағы ла ҙурыраҡ етештереү күләменә өлгәшәсәкбеҙ. Эшкәртеү буйынса проекттарға айырыуса иғтибар бүлеүегеҙҙе һорайым, эшкәртеүгә барыһын да йәлеп итеү - беҙҙең мөһим бурыс булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: msh.krasnodar.ru