Биш йылда унда 32 резидент эш башлаған, уларҙың инвестиция күләме 2,6 миллиард һумға еткән. Ошо йылдарҙа уларҙың төшөм күләме 56 миллиард һумға еткән, булдырылған эш урындары һаны 1485 тәшкил иткән.. «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең иң күләмле проекты булып йылына 187 мең тонна етештереү ҡеүәтле май экстракцияһы заводын төҙөү тора. Был заводты төҙөүгә инвестор 6 миллиард һумдан аҡса һалған. Хәҙерге ваҡытта инвестиция фазаһы тамамланған, инвестор йөкләмәләрен үтәгән, 392 яңы эш урыны булдырылған, завод планлаштырылған етештереү ҡеүәтенә сыҡҡан. Әлеге көндә ул Башҡортостандың иң ҙур экспортерҙарының береһе булып тора. Күмертауҙа етештерелгән май бөгөн Балтика буйы илдәренә, Белоруссияға, Казахстанға, Үзбәкстанға, Иранға оҙатыла. 2019 йылдан башлап завод үҙе өсөн Ҡытай йүнәлешен асҡан. Тәүлегенә бында 1200 тонна көнбағыш майы етештерелә, ул ҙур һорау менән файҙалана.