Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ҡаҙағстан делегацияһын 2022 йылдың июнендә Сибайға «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырҙы. Ҡаҙағстан Премьер-министры урынбаҫары, сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов тәҡдимде ҡабул итте һәм, үҙ сиратында, республика делегацияһын мартта Ҡаҙағстанға Науруз байрамына саҡырҙы.
Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Бахыт Солтанов эшсе төркөм ултырышында хеҙмәттәшлекте артабан әүҙемләштереү буйынса мөһим тәҡдимдәр яңғырауын билдәләне.
Ил етәкселәре билдәләүенсә, Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында иауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙән тыш, гуманитар, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлек булдырырға иәҫәп тоталар.
Санитар-эпидемиологик хәл тотороҡланһа,Өфөнән Нур-Солтанға һәм Алматыға авиарейстар асыу планлаштырыла.
Бындай хеҙмәттәшлек “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк.