Иҡтисад
23 Января 2022, 04:30

Етештереү артҡан

Алты ай дауамында предприятиела һаҡсыл етештереү алымдары индерелгән, ҡайһы бер етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Ҙур форматлы фанерҙы үҙағастың бер нисә ҡатламын елем менән йәбештереп яһайҙар. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Урал урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса пилот проекты тормошҡа ашырылған.

Алты ай дауамында предприятиела һаҡсыл етештереү алымдары индерелгән, ҡайһы бер етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Ҙур форматлы фанерҙы үҙағастың бер нисә ҡатламын елем менән йәбештереп яһайҙар.

– Производствола ҙур форматлы фанер етештереү планын үтәүҙә етешһеҙлектәр, шулай уҡ ҡорамалдарҙың тулы ҡеүәтенә эшләмәүе теркәлгәйне. Бынан тыш, әҙер продукцияны ташыуҙа ла өҙөклөктәр булған. Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында предприятиела “нескә урындар”ҙы асыҡлағандар һәм, һаҡсыл технологияларҙы ҡулланып, эш һөҙөмтәлелеген күтәргәндәр. Һөҙөмтәлә продукция етештереү ваҡыты 16 процентҡа кәмегән, – тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Уның әйтеүенсә, тамамланмаған етештереү күләмдәре ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән, ә етештереү 10 процентҡа артҡан.

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/424244

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/207967

Автор:Гөлсирә Мөхәмәтдинова
Читайте нас