2021 йылда Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнес» үҙәге кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 17 меңдән ашыу консультация һәм профилле хеҙмәт күрһәткән. Улар араһында финанс планлаштырыу, эшмәкәрлекте хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү, маркетинг һәм мәғлүмәти оҙатыу мәсьәләләре булған. Ошо ваҡыт эсендә 2,1 мең комплекслы хеҙмәт, эксперттарҙың 9,8 мең хеҙмәте, шул иҫәптән эшҡыуарҙар өсөн 9,0 мең, үҙмәшғүлдәр өсөн 0,8 мең хеҙмәт күрһәтелгән.
-«Минең бизнес» үҙәгенең бурысы – бизнес идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн максималь уңайлы шарттар булдырыу һәм эшҡыуарҙарҙы дәүләт ярҙамының бөтә саралары менән дә грамоталы һәм тулыһынса файҙаланырға өйрәтеү. Үҙәктәр «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә кесе һәм урта бизнес субъекттарына ярҙам итеүҙең берҙәм экосистемаһын формалаштырыу маҡсатында булдырыла, - тип һөйләй БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.