Иҡтисад
27 Января 2022, 03:30

Рәсәйҙең эске тулайым продукты үҫеше яҡынса 4,5 процентта баһалана

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһының тулайым эске продукты үҫеше яҡынса 4,5 процентта баһалана, тип хәбәр итте Рәсәй Президенты Владимир Путин. #Владимир Путин

Был турала ул  Италияның алдынғы компаниялары етәкселәре  менән осрашыуында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Федерацияһында эшһеҙлек тарихи минимумда тора, йәки 4,3 процент. "Илебеҙҙә эшләүсе компаниялар төрлө ярҙам механизмдарын әүҙем файҙалана. Ундай ярҙамды беҙ сит ил партнерҙарыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ", - тип билдәләне Путин. Рәсәй биләмәһендә производствоны асырға теләүсе  сит ил корпорациялары өҫтәмә льготалар ала, махсус иҡтисади зоналарҙа һалым ташламалары менән файҙалана, махсус инвестиция килешеүҙәре нигеҙендә эшләй ала, тип иҫкә төшөрҙө Президент. Шуныла билдәләр кәрәк, ағымдағы йылдың уртаһынан сит ил инвесторҙары өсөн Рәсәйҙә йәшәүгә паспорт алыуҙың ябайлаштырылған тәртибе үҙ көсөнә инәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас