

Быйылдан бәләкәй аграр бизнес вәкилдәренә ауыл туризмын үҫтереүгә ун миллион һум күләмендә грант бирелә.
Яҡташыбыҙ ҡымыҙсылыҡ өлкәһендә үҙ эшен асып, ҙур уңышҡа өлгәшкән Айтуған Фәттәхов та дәүләт ярҙамы алыуға өлгәште.
Киләсәктә эшҡыуар грант аҡсаһына Айғырбатҡан утары янындағы хужалығында йәтеш кенә йорттар менән бәләкәй ауыл төҙөмәксе. Ял итергә килеүселәр ҡымыҙ менән дауаланыуҙан тыш, ҡымыҙ бешеү, ҡаҙы тултырыу, кәзә һөтөнән сыр яһау серҙәренә төшөнәсәк, шулай уҡ теләгәндәргә атта һыбай йөрөү, балыҡ тотоу
мөмкинлеге биреләсәк, тип күҙаллана.