Иҡтисад
9 Февраля 2022, 07:20

Әбйәлилдә ауыл туризмы үҫешәсәк

Райондаштарын сифатлы ит ризығы менән дә тәьмин итеү маҡсатында «Агростартап» конкурсында «Йылҡысылыҡты үҫтереү һәм ит продукциялары етештереү» проекты менән еңеп, йәш эшҡыуар Айтуған Фәттәхов грант алыуға өлгәшкәйне. Ул күптән түегл Ауыл туризмын үҫтереү маҡсатында Рәсәй ауыл хужалығы министрлығыннан ун миллион һум грант алыуға өлгәште.

Әбйәлилдә ауыл туризмы үҫешәсәкӘбйәлилдә ауыл туризмы үҫешәсәк
Әбйәлилдә ауыл туризмы үҫешәсәк

—Был йүнәлеш тә беҙҙең ғаилә өсөн ят шөғөл түгел. Бер нисә йыл элек ШОС һәм БРИКС саммитында ҡатнашҡан сит ил ҡунаҡтарын элекке йәйләү урынлашҡан «Таҡтаҡош»та ҡабул иткәйнек. Тирмә ҡороп, милли ризыҡтар әҙерләп, милли кейемдәрҙә ҡаршыланыҡ. Күптән түгел «Цемикс» заводын асыуға килгән, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән күп һанлы журналистарҙы ҡабул иттек, — тип һөйләй был хаҡта Айтуған Илһам улы.
Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Айтуған Фәттәхов был дәүләт ярҙамына киләсәктә Айғырбатҡан утарындағы үҙенең биләмәһендә бәләкәй йорттар менән башҡорт ауылын төҙөмәксе. Унда килеүселәр ҡымыҙ менән дауаланасаҡ. Уларға шулай уҡ бейә һауыу, балыҡ тотоу, атта һыбай йөрөү мөмкинлеге лә биреләсәк. Ял итеүселәргә шулай уҡ ҡымыҙ бешеү, кәзә һөтөнән сыр эшләү, ҡаҙы тултырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре биреү ҙә күҙаллана.

Бер һүҙ менән әйткәндә, фермер туристарҙы ҡабул итәсәк һәм үҙенең продукцияһын һатыуҙан килем дә аласаҡ.

Республика кимәлендә ойошторолған Ҡымыҙ байрамында ҡатнашып, гел призлы урындар яулауы менән дә билдәле ул.

—Тәүге йылда милли ризыҡтар әҙерләп, башҡорт милли кейемендә барҙым, унда «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында билдәләндем. Уҙған йыл хәрби хеҙмәттә булғанлыҡтан, бәйгелә әсәйем менән атайым ҡатнашты, шулай уҡ номинацияға лайыҡ булдылар, — тип һөйләй Айтуған. — Быйыл эштәр тығыҙ булһа ла, көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ һәм өс көн алда ғына заявка ебәреп, тәғәйен көндө ҡымыҙ өлгөләрен алып, Өфөгә юлландыҡ. Сәфәребеҙ бушҡа булманы, республика буйынса беренсе урынды алдыҡ: әсәйем, Шәүрә Әмир ҡыҙы, иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе тип табылып, БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата приз менән билдәләнде.
“Ҡаҙмаш” предприятиеһы ҡымыҙы үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора: бында ҡымыҙҙы ерек менән ыҫланған ҡарағай көбөләрҙә генә бешәләр. Шуға ла «Әбйәлил ҡымыҙы» тип исемләнгән эсемлекте әбйәлилдәр генә түгел, күрше райондар, Магнитогорск, Өфө ҡалалары халҡы ла бик теләп һатып ала.

«Агростартап» буйынса дәүләттән алынған аҡсаны техника һатып алыуға тотонған. «Беларусь» тракторы, пресс-йыйғыс, урғыс һәм ит эшкәртеү цехына ҡорамалдар алған.
Булдыҡлы егеттең фермаһында тик таҙа башҡорт тоҡомло йылҡы малы аҫырала. 2011 йылда йәмғиәт тоҡом репродуктор ойошма статусын алғас, малдарҙы тәрбиәләү һәм үрсетеү алымдарын юғары кимәлгә сығарыу талап ителгән. Ошо күп йылдар дауамында Фәттәховтар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән хужалыҡтарында башҡорт тоҡомло аттарҙың уникаль генофондын һаҡлап килә. Һәр бер аттың паспорты бар.
Тоҡом малсылығын үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн 2020 йылда «Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һы «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ булды. Хужалыҡта үҫтерелгән тоҡомло малды бөгөн республиканың төрлө райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Ҡаҙағстандан да һатып алыусылар күп.
Фәттәховтар 2018 йылдан «Иван-чай» маркаһы аҫтында болануттан сәй етештереүҙәре менән дә билдәле.

Уҙған йәй һынамаҡҡа 30 баш ҡаҙ бәпкәһе алып үҫтергән, киләсәктә ҡаҙҙар һанын байтаҡҡа арттырырға иҫәп тота йәш фермер. Бынан тыш тоҡомло һауын кәзәләре лә ба.

— Киләсәктә туризм менән шөғөлләнеү өсөн, иң элек, ял йорттары төҙөргә кәрәк. Интернет заманы булғас, беҙҙең хаҡта күптәр хәбәрҙар. Әле генә һауылған һәм бешелгән ҡымыҙ менән дауаланырға теләгәндәр шылтыратып, ошонда 7-14 көн йәшәү мөмкинлеген белешә. Тимәк, был маҡсатта Айғырбатҡандағы базала һәм «Таҡтаҡош»та бәләкәй ҡунаҡ йорттары төҙөү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ — бына шулай фермерҙың башҡарған хеҙмәте лә, пландары ла ҙурҙан. 

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас