2024 йылға республика юлдарында мең яңы һәм яңыртылған комплекстар барлыҡҡа килергә тейеш. Өфө районының Жуков ауылы янында 2020 йылда М5 трассаһында «Карат» кафе-кемпингы асылған. Инвестор был проектҡа 50 миллион һум аҡса һалған. Комплекста етештереү биналары, магазиндар, кер йыуыу бүлмәләре һәм кафе бар. Ағымдағы йылда бында ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла, уның өсөн 20 миллион һум күләмендә инвестициялар талап итә.
М5 трассаһының Лебяжий ҡасабаһы янында тәүге модулле конструкциянан «Башҡортостан» кафеһы төҙөлгән. Әлеге был комплекс пилот проекты һанала. Бындай объекттың өҫтөнлөгө шунда, уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡороп була, арзан хаҡҡа төшә һәм иң мөһиме, клиенттар өсөн уңайлы булыуы менән айырылып тора. Унда 15 урынлыҡ кафе, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым бәҙрәфтәр ҡаралған, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе лә бар. Был объект дәүләт сараларына төҙөлгән һәм эшҡыуарға ҡуртымға тапшырылған. Былай булыуы ошо өлкәлә эшләргә теләгән, ләкин әлегә әйләнештә аҡсаһы булмаған эшҡыуарға ҙур ярҙам. Киләсәктә республика Хөкүмәте ошондай комплекстар төҙөүҙе дауам итәсәк.
Үткән йылда республиканың юл трассалары эргәһендә барлығы 107 яңы комплекс төҙөлгән һәм 109-ы яңыртып реконструкция үткән. Әлеге мәлдә 64 инвестор ошо өлкәлә 78 инвестиция проектын бойомға ашыра. Уларҙың дөйөм һалған инвестиция күләме 8,17 миллиард һумдан аша.