Иҡтисад
11 Февраля 2022, 06:10

Һатыуҙа бал күп булды

Бөтә донъяны ялмап алған тажзәхмәт күспелек халыҡты өйҙә ултырырға мәжбүр итһә лә, баҙарҙан кеше өҙөлмәй. Сөнки кейем-һалымға әллә ни ихтыяж булмаһа ла, ашамайынса йәшәп булмай. Был аҙнала ла, айырыуса баҙар көндәре булған дүшәмбе-кесе йомала баҙар гөрләп торҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һатыуҙа  бал күп булдыҺатыуҙа  бал күп булды
Һатыуҙа бал күп булды

Уңған хужа һәм хужабикәләр төрлө ауылдарҙан килеп, үҙҙәренән артҡан продукцияһын һатыуға сығара. Был аҙнала айырыуса бал һатыусылар күп ине. Бөрйәндән килтерелгән шифалы һәм татлы ризыҡты өс урында тәҡдим итәләр, бынан тыш, Ейәнсура, Йылайыр төбәктәренән дә бал бар, үҙебеҙҙең ҡортсолар ҙа һатыу итә. Балға хаҡтар төрөнә, күләменә ҡарап төрлөсә. Әлбиттә, бөрйәндәр алып килгән йүкә балы иң ҡиммәтлеһе, 0,5 литрлыҡ һауытына 400 һум һорайҙар. Ҡатнаш сәскә, ҡарабойҙай, ҡандала үләненән татлы ризыҡ осһоҙораҡ, 350-250 һум тора. Кешеләр тәмләп ҡарап, йәне теләгәнен һатып алдылар. Бөрйән балының шыйыҡ булыуына аптырағандарға сауҙа итеүсе:
— Рамдарҙы һаҡлап, яңы йылдан һуң ғына балды һығып алдыҡ, шуға ул ҡатып өлгөрмәгән, — тип аңлатма бирҙе.
Халыҡ ит, һөт, май һатылған урында айырыуса күп. Ауыл ерендә үҫтерелгән үҙебеҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур шул.
Амангилделәр картуф һата, бәләкәй биҙрәһе 300 һум булһа, ҙурына 400 һум һорайҙар.
Һөткә хаҡтар төрлөсә. 1,5 литрлыҡ шешәләге һөттө берәүҙәр 80 һум менән тәҡдим итһә, икенселәрендә ул 100 һум.
Ҡаймаҡтың килоһы — 400 һум:
Эремсек (1 кг) — 200 һум;
Ҡорот (0,5 л) — 100 һум;
Ҡорот (1,5 л) — 250 һум;
Майҙың бер килограмы 700 һумға еткән, һары май иһә 900 һум тора.
Ит тә күп кенә. Һыйыр итен килоһын уртаса 350-430 һумға алырға була. Йылҡы итенә 380-450 һум һорайҙар.
Фарштың килоһы — 450-550 һум;
Ҡаҙ ите (1 кг) — 500 һум:
Күркә ите (1 кг) — 500 һум;
Ҡаҙы (1 кг) — 700 һум;
Тултырма (1 кг) — 400 һум;
Михайловкала етештерелгән колбаса ла халыҡта ҙур һорау менән файҙалана:
йылҡы итенән ыҫланған колбаса (1 кг) — 580 һум;
бешерелгән колбаса (1 кг) — 450-550 һум.
Теләгәндәргә ҡарта, эсәк тә бар.
Өтөлгән, йыуылған тояҡтың берәүһен 250 һумға һаталар.
Туңған суртан балығының килоһы — 260 һум.
Балан емеше (5 литрлыҡ биҙрәлә) —500 һум;
Гөлйемеш (3 литр) — 200 һум;
Ҡарағат ҡайнатмаһы (0,5 л.) — 300 һум;
Киптерелгән дарыу үләндәре лә бар баҙарҙа. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, аҡ ромашка, кейәү үләне, үлмәҫгөл һәм әремдең бер ус бәйләменә 100 һум һорайҙар.
Ҡыштың һуңғы айы башланып, яҙға күп ҡалмаһа ла, малдарына ашатыр бесән-һаламы наҡыҫ булғандар, мал аҙығы эҙләй. Был төр мал аҙығы тейәгән машиналарҙы көн һайын булмаһа ла, аҫҡы «Магнит» янындағы һатыу майҙансығында осратырға була, унда шулай уҡ һоло, фураж һатып алырға ла мөмкин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас