#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рөстәм Яҡупов үҙ эше хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. “Бизнес – яратҡан эшем, бала кеүек ул, һәр саҡ иғтибар талап итә”, – ти ул. Дәүләттең эш башларға йөрьәт иткәндәргә ярҙам күрһәтеүе икеләтә ҡыуаныс. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты бизнес алып барыуҙың һәр осоронда ла ярҙамға килә, тип хәбәр итә Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“ИМПУЛЬСАГРО” ауыл хужалығы кооперативы ағзалары проектты 2019 йылда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә килем килтереүсе проекттар өсөн бирелгән грант ярҙамында тормошҡа ашыра. Был аҡсаға кәрәкле техник ҡоролмалар һатып алына. Ике тоннанан ашыу һалам эшкәртелә, унан мицелий индерелгән 2000 блок әҙерләнә.
2021 йылдың ноябрендә продукцияны Башҡортостанда, Силәбе һәм Свердлов өлкәләрендә комплекслы һатыу өсөн “ГРАФ ВЕШЕНКОВЪ” бренды булдырыла. Сей бәшмәкте 300 грамлап ҡаптарға һалып һаталар, маринадлайҙар. Эшҡыуар бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Бәшмәк икраһы, паштет, ҡаҙан тәкәһе (вареники), бутҡа һәм турамалар әҙерләп һатырға ла уйлай.
Предприятиела балалар өсөн экскурсиялар ҙа ойошторола.
Фото – Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.