Сәфәрҙең уртаса оҙайлығы ике көн, бер көнгә түгелгән сығымдар уртаса 2,39 мең һум тәшкил иткән. 2021 йылда республикала булған туристарҙың дөйөм сығымдары 13 миллиард һумға еткән. Сәйәхәтселәрҙең уртаса йәше 39 йәш. 200 меңгә яҡыны балалар менән ял иткән. Башҡортостан республикаһы күрше ятҡан Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан республикаһы, шулай уҡ Мәскәү һәм Ханты-Манси автономиялы округы халҡы өсөн популяр маршрут һанала, унан килеүселәр иң күбе. Ҡағиҙә булараҡ, ҡунаҡтар ял көндәре турҙарын һайлай.
Әлеге ваҡытта республика әүҙем рәүештә «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектында ҡатнашыуға әҙерлек алып бара. Сөнки, уның сиктәрендә төбәктәргә туристик инфраструктураларҙы үҫтереүгә ҙур күләмдә субсидиялар бүленәсәк. Был туризм өлкәһендә эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырыуға, бизнесты үҫтереүгә тағы бер этәргес буласаҡ тип көтөлә.