Иҡтисад
23 Февраля 2022, 15:35

Инвестиция һабантуйы ҡасан үтә?

Әлеге ваҡытта Сибайҙа 1,7 миллиард һумға 11 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Добавить в предпочтительные источники Google

2022 йылда «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 2-4 июндә уҙғарыласаҡ.

«Урал аръяғын инфраструктура йәһәтенән үҫтереү мәсьәләләре – Башҡортостан Республикаһы үҫешенең стратегик өҫтөнлөктәренең береһе. Беҙҙең алда Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә Урал аръяғын үҫтереү программаһын әҙерләү бурысы тора. Ошо программаны «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Форумда халыҡ-ара партнерҙар, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Азербайжан һәм Белоруссия делегациялары ҡатнаша. Тиҙҙән ойоштороу комитеты форумды уҙғарыу хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирергә тейеш», – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

2021 йылда Сибайҙа сәнәғәт етештереүе 40 проценттан ашыуға, иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы оҙатыу дүрттән бер өлөшкә артҡан.

 

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас