Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы Белорет насос ҡорамалдары заводын Башҡортостандың «Белорет» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерелеүе тураһында хәбәр итте. Был предприятие Белоретта төҙөлөш инструменттары һәм комплектлаусы изделиелар етештереү буйынса завод төҙөйәсәк. Инвестиция проектының хаҡы яҡынса туғыҙ миллион һум тәшкил итә. Проектты 2022 йылда башлап 2026 йылға тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана. Предприятиела 31 яңы эш урыны булдырырға ниәтләйҙәр.