Иҡтисад
3 Марта 2022, 11:41

Инвесторҙар өсөн өс туристик бизнес-тәҡдиме әҙер

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы белгестәре республикала эске туризм өлкәһендә глэмпингтар булдырыу буйынса бер юлы өс бизнес-тәҡдим әҙерләгән. #нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тәүге тәҡдим булып, Ейәнсура районының Ямашлы һыу һаҡлағысы янында ике глэмпинг булдырыуҙы  үҙ эсенә алған  инвестиция майҙансығы тора.  Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 13,6 миллион һум һалыр кәрәк, унда 11 эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Икенсеһе, Баҡалы районының Буғабаш ауылында урынлашасаҡ туристик объект. Уның эргәһендәге  Маты йылғаһында ҙур ҡарағайлыҡ, Мостафа заказнигы бар һәм йәмле Урҙа йылғаһы аға. Инвестиция проектының хаҡы 14,32 миллион һум тәшкил итә, был проект буйынса 13 эш урыны барлыҡҡа киләсәк, ә түгелгән сығымдар өс йылда ҡапланыр тип көтөлә. Өсөнсө тәҡдим,  Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығы янындағы туристик объектты үҙ эсенә ала. һалынасаҡ инвестициялар күләме 10,29 миллион һум тәшкил итәсәк һәм 15 кеше эшле буласаҡ. Бында туристар өсөн йыл әйләнәһенә балыҡ тотоу, һыу экскурсиялары һәм йәйәүле маршруттар менән ял ойоштороу күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас