Иҡтисад
4 Марта 2022, 13:35

Илдә яҡшылар иҫәбендә

Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән Рәсәй төбәктәре рейтингында икенсе урынды яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google

#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән Рәсәй төбәктәре рейтингында икенсе урынды яуланы.

 2021 йылдың ғинуар-октябрендә Башҡортостан Республикаһы экспортында сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған экспорт өлөшө 68 процентҡа тиклем артып, был төркөмгә ҡараған тауарҙы һатыу 36,7 процентҡа артҡан (1,9 миллиард долларға). Пандемия һәм донъя баҙарындағы ауыр хәл шарттарында беҙҙең экспортсылар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә  алған.

 Экспортҡа ярҙам үҙәге – эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән ведомство, барлыҡ һорауҙарҙы шәхсән рәүештә ҡарай һәм халыҡ-ара баҙарға сығырға ярҙам итә. Рәсәй экспорт үҙәгенең рейтингында икенсе урын - яҡшы күрһәткес, төбәктә беҙ әүҙем үҫтергән ярҙам һәм хеҙмәт саралары эшҡыуарҙарға ысынлап кәрәк һәм файҙалы. Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендәге һөҙөмтә: 674 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһына 2700-ҙән ашыу төрлө хеҙмәттәр күрһәтелгән, шул иҫәптән 295 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы экспорт һорауҙары буйынса 476 консультация алған. 95 предприятие ситтә уҙғарылған халыҡ-ара сараларҙа (14 күргәҙмәлә, ете эшҡыуарлыҡ сәфәрендә) ҡатнашҡан. 353 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһына вебинар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар сиктәрендә 704 белем алыу хеҙмәте күрһәтелгән.

2021 йылдың 31 декабренә ҡарата Үҙәк булышлығында 136 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары 103,5 миллион долларға торошло 350-нән ашыу экспорт контракты төҙөгән. Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында бәләкәй һәм урта компанияларҙың экспорт күләме былтыр 1,7 миллиард доллар тәшкил иткән.  

Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас