Иҡтисад
10 Марта 2022, 12:40

Кредит каникулдары тураһында

Закон буйынса ауыр финанс хәлендә ҡалғандар кредит каникулдары биреүен һорап мөрәжәғәт итә ала. Әлегә бындай каникулды 30 сентябргә тиклем алырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google

Закон буйынса ауыр финанс хәлендә ҡалғандар кредит каникулдары биреүен һорап мөрәжәғәт итә ала. Әлегә бындай каникулды 30 сентябргә тиклем алырға мөмкин.

Рәсәй банкының «Финансовая культура» порталы эксперттары аңлатыуынса, банктарҙан, микрофинанс ойошмаларҙн (МФО) , ҡулланыусылар кооперативтарынан (КПК) алынған бөтә төр кредиттар һәм займдарға – кредит карталарына, ҡулланыусылар кредиттарына, автокредиттарға һәм ипотекаға каникул алырға була. Тик улар 2022 йылдың 1 мартына тиклем алынған булырға тейеш.

Кредит карталары буйынса 100 000 һум, ҡулланыусылар кредиттары буйынса— 250 000 һум, о автокредиттар буйынса  600 000 һум; ипотека буйынса беҙҙә Башҡортостанда 2 миллион һумға каникул алырға мөмкин..

Һуңғы айҙа табышығыҙ 30 процентҡа кәмеһә, кредит каникулы алыуға иҫәп тота алаһығыҙ. Бының өсөн тейешле ойошмаларҙан белешмәләр талап ителә.

Кредит каникулы алыуығыҙ кредит тарихын боҙмай.

Ташламалы осорға кредит түләүсе кредит буйынса бөтә төр түләүҙәрҙән азат ителә.

Тик был ососрҙа кредитор залогта булған фатирын, машинаһын һата алмай.

Булған бурысҡа проценттар иҫәпләнә, тик уларҙы һуңынан түләргә була.

Ташламалы осор татамланыу менән кредитор һеҙгә түләмдәрҙең яңы графигын ебәрәсәк.

Бер кредитҡа каникул бер тапҡыр ғына бирелә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас