Иҡтисад
10 Марта 2022, 12:22

Туризм ҙур әһәмиәткә эйә тармаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында туристик индустрияны үҫтереүгә субсидиялар биреү тәртибе  тикшерелде. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Килеп тыуған иҡтисади шарттарҙа эске туризмды үҫтереү шик сикһеҙ ҙур әһәмиәткә эйә була бара, тип билдәләне Премьер министр Андрей Назаров. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда туристар ағымы яҡынса 3,5 миллион кеше тәшкил иткән. Был һәйбәт һөҙөмтә, бигерәк тә "ковидлы“ йылдарҙы иҫәпкә алғанда, тип хәбәр итте ул. Әлеге ваҡытта, федераль кимәлдә талаптарҙың үҙгәреүенә бәйле, туризм өлкәһендә субсидиялар биреү тәртибенә төҙәтмәләр индерелә. Туристик өлкәлә эшҡыуарлыҡ башланғыстарына дәүләт ярҙамы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарҙары менән раҫланған субсидиялау тәртибе сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бынан алдағы 2020-2021 йылдар осоронда «Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге» коммерция булмаған ойошмаһына субсидиялар бирелгән, уның ярҙамында бер нисә ҙур проект  ғәмәлгә ашырылған, улар араһында - «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» ғилми-ғәмәли конференцияһы, Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙә «Интурмаркет» халыҡ-ара туристик күргәҙмәһендә ҡатнашыуы, Яңы йыл фестивале һәм башҡалар инә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас