Иҡтисад
16 Марта 2022, 05:45

Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Нефть һәм газдан алынған килемдәрҙе – өҫтөнлөклө маҡсаттарға. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин нефть һәм газ һатыуҙан  алынған өҫтәмә килемдәрҙе өҫтөнлөклө маҡсаттарға йүнәлтеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.

«Был нормаларҙы ғәмәлгә индереү  эш урындарын һаҡлауға һәм граждандарға эш хаҡы түләүгә йүнәлтелгән Рәсәй иҡтисады предприятиеларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирәсәк», – тиелә аңлатма яҙыуында.
Законға ярашлы, Рәсәйҙең халыҡ өсөн асыҡ норматив йөкләмәләрен үтәү (быға күпселеген халыҡҡа бюджеттан төрлө түләүҙәр инә – пособиелар, хәрби пенсиялар һ.б.); дәүләт бурысын түләү; хөкүмәт ҡарары менән башҡа өҫтөнлөклө сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн нефть һәм газ һатыуҙан алынған килемдәрҙе файҙаланыу вариантары киңәйәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас