Ташламалы билеттарҙы 1 июндән 31 авгусҡа тиклем 10 йәштән 17 йәшкәсе уҡыусы балаларҙың алыуы мөмкин. Бындай ташлама ил эсендә ашығыс һәм алыҫ араға йөрөүсе пассажир поездарын да, шул иҫәптән фирма поездарын да йөрөү өсөн бирелә. Халыҡ-ара бәйләнештә йөрөгән поездарға ташлама Рәсәй Федерацияһы территорияһы эсендәге юл араһы өсөн генә ҡағыла. Бынан тыш, өсөнсө йыл рәттән 10-17 йәшлек балалар йәйге каникулдар осоронда махсус ташламалы хаҡтар ҡулланып ике ҡатлы поездарҙың купе вагондарында сәйәхәт итә ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәй тимер юлдары» холдингы 2016 йылда тәүге тапҡыр йәйге осорҙа 10-17 йәштәрҙәге балалар өсөн юл йөрөүгә илле процентлы ташлама тәҡдим иткәйне. Бындай ташлама тик юл йөрөү хаҡына ғына бирелә,ә поездағы түшәк-юрған комплекттары менән файҙаланған өсөн түләү тулы күләмдә алына.