Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 13,2 процентҡа артҡан, 2020 йылға ҡарағанда 4,6 миллиард долларға күп. Шул уҡ ваҡытта экспорт 18 процентҡа үҫкән – 3,7 миллиард долларға тиклем.
Былтыр Башҡортостан сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған экспорт буйынса тарихи бейеклеккә өлгәште – ул 2,5 миллиард доллар тәшкил итте. Маргарита Болычева билдәләүенсә, Төркиәгә (ике тапҡыр), АҠШ-ҡа (дүрт тапҡыр), Кореяға (16 тапҡыр), шулай уҡ СНГ илдәренә (15 процентҡа) экспорт кимәле артҡан. 2017 йылдан Ҡытайға тауар оҙатыу 817 миллион долларға еткән. Был һандарҙа сит илдәргән етен, рапс, гәрсис һәм иген культуралары оҙатҡан Әбйәлил фермерҙарының да өлөш бар.
2021 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, “Төбәк экспорт стандарты 2.0” үҙләштереүҙе индереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң яҡшы дүрт төбәк иҫәбенә ингән. Республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге икенсе йыл рәттән Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән рейтингта лидерҙар иҫәбендә.
Санкциялар көсәйтелгән шарттарҙа республика етештереүселәрен сығанаҡ менән тәьмин итеү мөһим. Ошо маҡсатта Башҡортостанда Импорт менән тәьмин итеү һәм импортты алмаштырыу үҙәге булдырылған. Үҙәк белгестәре төбәк предприятиеларының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн тәҡдимдәрҙе йыйыу һәм анализлау менән шөғөлләнә.
Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға акшырыуға булышлыҡ итә.