Иҡтисад
30 Марта 2022, 13:37

Эшҡыуарҙарға түбән ставкалы кредит ҡаралған

Башҡортостан Хөкүмәте республика эшҡыуарҙарына дәүләт ярҙамы саралары комплексын раҫланы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республиканың көрсөккә ҡаршы штабы төҙөлөш, аграр тармаҡ, сауҙа, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренең ихтыяждарын өйрәнеп, ярҙам сараларын ҡараны. Хәҙер республика эшҡыуарҙары өсөн дәүләт ярҙамының 30-ға яҡын төрө бар. Әйтәйек, Башҡортостан микрокредит компанияһы үҙмәшғүлдәргә һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына йылына  8,5 процентлы  залог менән һәм 12 процентлы  залогһыҙ кредит биреүе мөмкин. Социаль эшҡыуарҙар өсөн ставкалар тағыла түбәнерәк, йылына биш йәки ун процент тәшкил итәсәк. Кредиттың иң аҙ суммаһы - 100 мең һум, иң күбе - биш миллион һум. Төбәк лизинг компанияһы илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдар һатып алынған осраҡта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына йылына алты процент, сит ил техникаһы өсөн һигеҙ процент менән кредит  бирә. Өҫтәмә залог булмаған осраҡта эшҡыуар дәүләт гарантияһын алыу өсөн банкка мөрәжәғәт итә ала. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелә  һәм күләме  25 миллион һумға тәшкил итә. Гарантия өсөн түләү кредит суммаһының  0,75 проценттан  1,75 процентҡа  тиклем була.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас