Иҡтисад
8 Апреля 2022, 05:50

Үҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙам

Район хакимиәтендә шәхси эш асыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса бирелгән бизнес-пландарҙы  тикшереү буйынса комиссияның ултырышы үтте. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙамҮҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙам
Үҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙам

Район хакимиәтендә шәхси эш асыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса бирелгән бизнес-пландарҙы  тикшереү буйынса комиссияның ултырышы үтте.

Был сараны Ура аръяғы район-ара мәшғүллек үҙәгенең Әбйәлил районы буйынса бүлеге ойошторҙо.

Комиссия ҡарамағына ике бизнес-план сығарылды. “Туҡымаларға һәм әҙер әйберҙәргә һүрәт төшөрөү” һәм “Күсемһеҙ милек буйынса эшмәкәрлек алып барыу” бизнес-пландары ҡаралды.

Шәхси эш асыуға 250 мең һәм күләмендә ярҙамаҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, яңғыҙаҡ йәшәгән аҙ тәьмин ителгәндәргә бирелергә мөмкин. Йәғни Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән йәшәү минимумынан табышығыҙ кәмерәк булһа, ошондай ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ.

 Был хаҡта ентекләберәк .https://rcspn.mintrudrb.ru/posts/20343 һылтанмаһы буйынса инеп танышырға була. Шулай уҡ 8 (34772) 20306, 8 (34772) 20306
телефондары аша белешмә алырға мөмкин.

Бындай ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын бюойомсға ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас