Был проекттың инвестициялар буйынса күләме 4,9 миллиард һумға баһалана. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы компанияны Башҡортостанда «Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индергән. Яңы завод борсаҡ протеинын, крахмал, аҙыҡ-түлек сүстәрен сығарыу менән шөғөлләнәсәк. Продукцияны Урал һәм Үҙәк Рәсәй предприятиеларына оҙатыу күҙаллана, киләсәктә тауарҙарҙы Ҡытайға экспортлау ҡарала. Проекттың маҡсаты булып, аҙыҡ-түлек продукттары, мал аҙығы өҫтәмәләре ҡулланған ауыл хужалығы етештереүселәренә, үҙебеҙҙә етештерелгән продукция һәм ингредиенттар етештереү, импортты алмаштырыу тора. Яңы предприятиела 100-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ. Предприятиеның ҡеүәте йылына 50 мең тонна концентрат, крахмал һәм мал аҙығы етештереүгә иҫәпләнгән. Инвестиция проекты 2022-2028 йылдарҙа тормошҡа ашырылырға тейеш. Завод, 2023 йылдың икенсе ярты йылында тәүге продукцияны етештерә башларға, 2027 йылда тулы ҡеүәтендә эшләргә тейеш. «Ингфуд» компанияһы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарына ҡағылышлы килемгә, ергә һалым буйынса ташламалар аласаҡ, шулай уҡ дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алғанда түбән коэффициентҡа иҫәп тота ала.