+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель 2022, 10:40

Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

Былтыр Башҡортостанда торлаҡты ипотекаға биреү кредитын рәсмиләштереүселәр һаны ҡырҡа артҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Республика “ауыл ипотекаһы” һәм ипотека буйынса бурысы булған күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү программалары буйынса алдынғылар рәтендә.Торлаҡты ипотекаға биреүҙең дөйөм суммаһы 159,2 миллиард һум (был, 2020 менән сағыштырғанда, 25,5 процентҡа күберәк) тәшкил иткән, 68,2 мең кредит (110,1 процент) бирелгән.

Торлаҡты ипотекаға биреү кредиты биреү артыуына яңы төҙөлөшкә ташламалы ипотека, “ғаилә ипотекаһы”, “ауыл ипотекаһы”, күп балалы ғаиләләргә ипотека буйынса бурысты ҡаплау буйынса субсидия түләүҙәре булышлыҡ иткән. Был программалар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла.

 2021 йылда республикала яңы төҙөлөштә ташламалы ипотека буйынса 17,2 миллиард һумлыҡ 7462 кредит рәсмиләштерелгән. Был – кредит биреү күләме буйынса Рәсәйҙә - икенсе, Волга буйы федераль округында - 11-се урын). Былтыр шулай уҡ “ғаилә ипотекаһы” буйынса 7,8 миллиард һумлыҡ 3171 кредит бирелгән (Рәсәйҙә - 10-сы, Волга буйы федераль округында икенсе урын).

Башҡортостан Рәсәйҙә “ауыл ипотекаһы” һәм ипотека буйынса бурысы булған күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү программалары буйынса алдынғылар рәтендә. 2021 йылда “ауыл ипотекаһы” буйынса 5,9 миллиард һумлыҡ (2020 йыл менән сағыштырғанда, 12,0 процентҡа күберәк) 3003 кредит (7,0  процент) бирелгән. Былтыр республикалағы 5646 ғаилә (2020 йылда – 164,0 процент) ипотека буйынса бурысты ҡаплау өсөн 2,5 миллиард һумлыҡ субсидия алған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: