Иҡтисад
20 Апреля 2022, 09:50

Үҙ продукцияңды урамда ла һатырға була

Башҡортостанда урамда һатыу итеү өсөн административ яуаплылыҡты бөтөрөргә йыйыналар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ продукцияңды урамда ла һатырға булаҮҙ продукцияңды урамда ла һатырға була
Үҙ продукцияңды урамда ла һатырға була

Башҡортостанда урамда һатыу итеү өсөн административ яуаплылыҡты бөтөрөргә йыйыналар.

 “Ғәҙәттә, пенсионерҙар баҡсаларында үҫтергән йәшелсә-емеш һәм өйҙә әҙерләгән ҡайнатмаларын һатырға махсус булмаған урындарға сыға. Әҙ генә аҡса ла улар өсөн ярҙам, , – ти Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Шуға беҙ рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу иткән өсөн штраф һалыуҙы ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итәбеҙ”.

Закон проектына ярашлы, юридик шәхес булмаған граждандарға, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, шулай ук бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға штраф һалынмаясаҡ.

Республика башлығы Радий Хәбиров та сәхифәһендә  үҙ продукцияһы менән сауҙа иткән оло кешеләргә һатыу итергә шарттар булдырырға, сауҙа урындарын йыһазландырырға кәрәклеге тураһында яҙҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас