+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель 2022, 09:30

Үҙебеҙҙең тауар сифатлы!

"Рәсәйҙә эшләнгән" проекты иҡтисади санкциялар шарттарында Башҡортостан йүнселдәренә ярҙам итәсәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үҙебеҙҙең тауар сифатлы!
Үҙебеҙҙең тауар сифатлы!

18 апрелдән “Рәсәйҙә эшләнгән” бушлай онлайн-марафоны башланды. Ул йүнселдәргә үҙ проекттарын бойомға ашырырға ярҙам итәсәк. Онлайн-курста эшҡыуарҙарға брендтарҙың социаль селтәрҙәрен нисек дөрөҫ алып барырға, креатив маркетинг акциялары әҙерләргә һәм уҙғарырға, бушлай каналдарҙан файҙаланырға өйрәтәсәктәр.

Проект көрсөк шарттарында ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн аныҡ йүнәлештәр табырға мөмкинлек бирә. Ул “Росконгресс” фонды, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы, “Рәсәй сифат системаһы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы һәм Яндекс менән берлектә тормошҡа ашырыла. Был турала анығыраҡ мәғлүмәт: https://www.madeinrussia.ru/ru

Көнбайыштан санкциялар индерелгәнгә тиклем күпкә алда уҡ республикала урындағы етештереүселәргә әүҙем ярҙам итә башлағайнылар. 2013 йылда "Башҡортостан продукты" проекты старт алды. Былтыр унда 597 предприятие ҡатнашты. "Башҡортостан продукты" билдәһе аҫтында 20 858 төр тауар сығарыла.

"Башҡортостан продукты" проектының девизы: "Үҙебеҙҙекен һатып ал". Милли колорит менән логотип та бар – ҡурай сәскәһе. Проекттың туғыҙ йыл эшләү дәүерендә был маркировкалы тауарҙар танылыу яулай башланы. Эшҡыуарҙар, "Башҡортостан продукты" проекты беҙгә үҫешергә ярҙам итә, тигән фекерҙә.

Был "Хеҙмәт етештерүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ите" милли проекутын тормошҡа ашырыуҙа ла ҙур ярҙам.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: