+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель 2022, 08:55

Иҡтисадҡа ярҙам

Башҡортостан Хөкүмәте санкция шарттарында иҡтисадҡа ярҙам сараларының беренсе пакетын әҙерләне, уның күләме 55 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән республикала экспортҡа һәм импортҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ҙур саралар ҡаралған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иҡтисадҡа ярҙам
Иҡтисадҡа ярҙам

Башҡортостан Хөкүмәте санкция шарттарында иҡтисадҡа ярҙам сараларының беренсе пакетын әҙерләне, уның күләме 55 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән республикала экспортҡа һәм импортҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ҙур саралар ҡаралған.

Ғәмәлдә булған сараларҙы киңәйтеү һәм яңыларын өҫтәү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Быйыл тауарҙы ташыуға бәйле сығымдарҙың өлөшөн ҡаплауға субсидия бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ғына түгел, ә республикалағы системаны булдырыусылар исемлегенә ингән эре предприятиеларға ла күрһәтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта бер предприятиеға бирелгән субсидия күләме туғыҙ миллион һумға тиклем арттырылған. Ярҙам сараһы экспорт контролен башҡарыу буйынса штраф санкцияларын ҡаплауға ла ҡағыла.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева беледереүенсә, быйыл республиканың импорт йүнәлешендә эшләгәндәргә лә ярҙам күрһәтеләсәк. Сеймал, запас частар һәм ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың өлөшө, импорт тауарҙарын ташыуға бәйле сығымдар, шулай уҡ инвестпроектты һәм етештереүҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәкле сеймал, запас частар һәм ҡорамалдар эҙләү буйынса консалтинг агентлыҡтарҙың хеҙмәтен түләгәндә киткән сығымдар ҡапланасаҡ. Бынан тыш Рәсәйҙең диңгеҙ порттарында һәм унан ситтәге логистик урындарҙа һаҡланған йөктө һаҡлауға киткән сығымдарҙы ҡаплау буйынса сара ҡаралған.

Башҡарылған контракттың 30 проценты күләмен “Экспорт кэшбегы” субсидияһын грант итеп биреү тергеҙелгән, әммә ул бер предприятиеға өс миллион һумдан артмай һәм яңы илдәр баҙарын яулаған йәки экспортҡа яңы тауар сығарған осраҡта бирелә.

Бындай ярҙам саралары “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын  ғәмәлгә ашыуға сиктәрендә күрһәтелә.              

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: