-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2022, 10:30

“Шүлгәнташ” музей-комплексы июндә асыласаҡ

"Газ үткәреп, яҡшы ҡунаҡхана төҙөргә ҡалды", тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров Бөрйән районында асыласаҡ яңы үҙәк тураһында яҙҙы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Шүлгәнташ” музей- комплексы бик ҡыҙыҡлы, сағыу, мәғлүмәтле экспозициялары һәм тәрән фәнни йөкмәткеһе менән үҙенсәлекле буласаҡ. Июнь урталарынан иһә комплекс теләге булған һәр кемде ҡабул итәсәк.

Музейҙа ете тематик блок: “Таймлайн”, “Медиазал”, “Ҡаялағы сәнғәт”, “Археология”, “Тәбиғи-фәнни”, “Һаҡлау”, “Урал-батыр” эпосы”. Иң төп экспонат – мәмерйәлә төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең репродукцияһы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары башҡарҙы.

Р. Хәбиров яҙыуынса, “Беҙҙең өсөн был урынды туристарға ҡыҙыҡлы итеү мөһим. Бында ғилми үҙәк эшләйәсәк, ғалимдар йыйыласаҡ, тикшереүҙәр уҙғарасаҡ. Симфоник оркестрҙың концертын көтөп ҡалабыҙ. Бында тормош гөрләйәсәк, ҡайнаясаҡ.Былтыр беҙ “Шүлгәнташ”ҡа юлды ремонтланыҡ, быйыл мобиль бәйләнеш мәсьәләһен хәл иттек. Газ үткәреп, яҡшы ҡунаҡхана төҙөргә ҡалды. Бына шулай әкренләп Бөрйән районында халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ тағы бер үҙәк барлыҡҡа килтерәсәкбеҙ”.

“Шүлгәнташ” музей- комплексын эше башланыуы “Туризм һәм индустрия” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: