+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2022, 17:15

Йүнселдәргә йәшел юл

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү  эшҡыаурлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Белорет ҡалаһында йәшәгән ҡатын пончиктар һатыу буйынса сауҙа нөктәһе асып, халыҡты хеҙмәтләндерергә планлаштыра. Проект инициаторы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыларҙы үҙенең идеялары менән таныштырҙы, бизнесты башлау, кәрәкле ҡорамалдар, материалдар һатып алыуҙа финанс ярҙамы алыу буйынса һорауҙар бирҙе.

Инвесторға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу өсөн документтар тапшырырға кәңәш ителде. Шулай уҡ муниципаль бинаны ҡуртымға алыу буйынса мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтелде.

Бындай проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектанигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты нигеҙендә уңышлы тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: