+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Май 2022, 11:35

Йүнселдәргә ярҙамға

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығы “Башҡорт лимузины” агрохолдингының инвестиция проектын бойомға ашырыуға ярҙам күрһәтә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йүнселдәргә ярҙамға
Йүнселдәргә ярҙамға

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығы “Башҡорт лимузины” агрохолдингының инвестиция проектын бойомға ашырыуға ярҙам күрһәтә.

Агрохолдинг Федоровка районында 11 мең һыйырға заманса малсылыҡ комплексы төҙөргә йыйына. Проект өҫтөнлөклө статусына эйә.

Ер һәм мөлкәт министры урынбаҫары Рөстәм Ғиззәтуллин белдереүенсә, инвестор мал һарайҙары һәм ашатыу майҙансыҡтары өсөн оҙайлы арендаға 35 гектар самаһы ерҙе алырға теләй  һәм ведомство йүнселдәргә эште тиҙләтеү өсөн ер участкаһын аукционһыҙ бирергә ниәтләй.

Комплекстың тәүге объекттары 2023 йылда асыласаҡ. Бының өсөн дөйөм алғанда 868 миллион һум кәрәк була. 65 эш урыны булдырыласаҡ. Ит продукцияһын Мәләүез ит комбинаты ҡабул итәсәк.

Был эштәр "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү" милли проектына  ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: