+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2022, 08:25

Һәр көнгә яҡты өмөттәр менән

Салауат ҡалаһында урынлашҡан “Алтын-плюс” ойошмаһы етәксеһе Радик Дауытов ваҡытын әрәм итергә яратмай. Һәр көнгә яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫып, үҙ эшен еренә еткереп йәшәүҙән йәм таба ул.

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Салауат ҡалаһында урынлашҡан “Алтын-плюс” ойошмаһы етәксеһе Радик Дауытов ваҡытын әрәм итергә яратмай. Һәр көнгә яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫып, үҙ эшен еренә еткереп йәшәүҙән йәм таба ул.

Ойошма төҙөлөш, электромонтаж, штукатур, ағас эштәре менән шөғөлләнә. Ҡыйыҡ ябыу, иҙән түшәүгә лә тотоналар. Кәрәкле техникалары, ҡорамалдары ла етерлек.

Шулай уҡ Радик машиналар йүнәтеү менән дә шөғөлләнә. Ҡаланың бизнес-шерифы Урал Мағизов уны тап ошонда тап иткән. Йүнсел үҙенең идеялары менән уртаҡлашҡан. Ә бизнес-шериф эшҡыуарға бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләгән. “Мин үҙ сиратымда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бизнес-идеяларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле ярҙамды күрһәтермен”, – ти ул.

Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәте.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-05-06/y-nselde-ideyalary-k-p-2792978

Автор:
Читайте нас: