-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Май 2022, 14:25

Милли проектта ҡатнашалар

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына “Метта” компанияһы ҡушылды. Ул Рәсәйҙә офис һәм өй өсөн уңайлы ҡәнәфиҙәр етештерә.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Метта” компанияһы көнөнә ике меңдән ашыу кресло етештерә. Бында биш йөҙҙән ашыу кеше эшләй. 2021 йылда Волга яны федераль округында “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды яулай.

Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиела һаҡсыл технологияларҙы индерергә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу ҡоралдарына өйрәтергә ярҙам итә.

Эксперттар алты ай эсендә етештереү процесының һөҙөмтә аҙ булған ерҙәрен билдәләй һәм оптималләштереү буйынса эксперт ярҙамы күрһәтә. Артабан уларҙың 2,5 йыл дауамында предприятиеға тәжрибәне башҡа етештереү процесына күсереүҙә консультация ярҙамы күрһәтеүе ҡарала.

Проектты тормошҡа ашырыуҙың маҡсаты – предприятиела киләһе өс йыл эсендә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте производительность.рф порталында алырға мөмкин. Бында шулай уҡ ғариза ла ҡалдырырға була.  

Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: