Иҡтисад
18 Мая 2022, 04:30

Газ һәм нефть сәнәғәте буйынса ҙур күргәҙмә үтә

Мөһим сара 24 майҙан алып 27 майға тиклем ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында уҙасаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

 "Газ. Нефть. Технологиялар-2022" тип аталған  халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән 250 компания ҡатнашасаҡ. Ул быйыл утыҙынсы тапҡыр үткәрелә.

Нефть һәм газ секторы илебеҙҙең сәнәғәтен, иҡтисади һәм интеллектуаль ҡеүәтен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Шуға күрә ошо тармаҡтарҙа әүҙем компетенцияларҙы һаҡларға кәрәк, ә идеалда сит илдәрҙең сәнәғәт продукцияһын тулыһынса алмаштырыу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев.

Экспозиция ябыҡ һәм асыҡ - майҙансыҡтарҙа буласаҡ, унда махсус техника, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар ҡуйыласаҡ.

Дүрт көн эсендә 45-ләп эшлекле сара ойошторола, уларҙың төп өлөшө ВДНХ-ЭКСПО комплексында үтә. Сараның эшлекле өлөшөндәге төп темалар: илебеҙҙең нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы технологияларын булдырыу, ғәмәлдә импортты алмаштырыу, көрсөккә ҡаршы ярҙам саралары - нефть-газ машиналарын эшләүҙе үҫтереү, заманса шарттарҙа нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы тармағын технологик үҫтереү.

Форум сиктәрендә "Рәсәйҙең нефть-газ комплексы: үҫеш йүнәлештәре, саҡырыуҙар һәм фараздар" стратегик сессияһы үтәсәк. Фекер алышыу майҙансыҡтары, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар ойоштороласаҡ, уларҙа нефть-газ тармағы үҫешенең төп йүнәлештәре һәм күҙаллауҙар тикшереләсәк. Башҡа ил һәм төбәк партнерҙары менән Башҡортостан компаниялары вәкилдәре араһында B2B форматында һөйләшеүҙәр планлаштырылған, бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас