Иҡтисад
20 Мая 2022, 12:30

Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үтәсәк

24–27 майҙа Өфөлә ВДНХ ЭКСПО майҙанында «Газ. Нефть. Технологиялар» XXX Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үтәсәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

24–27 майҙа Өфөлә ВДНХ ЭКСПО майҙанында «Газ. Нефть. Технологиялар» XXX Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үтәсәк.

Форум барышында халыҡ-ара конференцияларынан алып төрлө кимәлдәге 45 эшлекле сара үткәреү ҡаралған.  Дүрт көн дауамында ҡатнашыусылар нефть, газ тармағында өр-яңы технологиялар менән таныштырасаҡ. Барлығы күргәҙмәлә Рәсәйҙең 35 төбәгенән, Белоруссия, Үзбәкстан, Әзербайжан, Монголия һәм Башҡортостан компанияһы вәкилдәре ҡатнаша, сараға 20 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. Форум һәм күргәҙмә – илдең иң киң һөнәри майҙансығы –быйыл күп һанлы ойошмаларҙы берләштерәсәк. 13 тармаҡ берекмәһе, 21 ғилми ойошма, 250 компания күргәҙмә экспозицияһында үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк, шуларҙың 45-е әлеге сарала тәүгә ҡатнаша.

Форум сиктәрендә республика предприятиеларында етештерелгән продукция иҫәбен киңәйтеү, уларҙың етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм башҡаларға тәҡдим итеү маҡсаты ҡаралған. Нефть һәм газ тармағы илебеҙҙең сәнәғәт, иҡтисади һәм интеллектуаль потенциалын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Был өлкәлә тупланған тәжрибәне һаҡлау һәм үҫтереү, сит илдәрҙең сәнәғәт тауарҙарын тулыһынса алмаштырыу бурысы ҡуйыла.

 Экспозиция ябыҡ бүлмәләрҙә генә түгел, ә асыҡ һауала ла ойоштороласаҡ, унда нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар урын аласаҡ. Форум сиктәрендә стратегик үҫеш буйынса фекер алышыу сессиялары, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар уҙғарыла, нефть һәм газ сәнәғәтенең төп үҫеш тенденциялары ҡараласаҡ. Башҡортостан етештереүселәре сит ил компаниялары менән килешеү төҙөр, тип тә күҙаллана.

Бөтә был саралар “Халыҡ-ара коооперация һәм экспорт” милли проекттын бойомға ашырыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.           

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас