+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май 2022, 09:00

Сибайҙа – газлы һыу цехы буласаҡ

Һыуһынды ҡандыра торған газлы эсемлектәргә халыҡта ихтыяж ҙур. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сибай ҡала хакимиәтендә үткән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә “Ҡур һәм Ҡомалаҡ йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Андрей Немзоров “Алкоголһеҙ һәм аҙ алкоголле эсемлектәр заводы эшмәкәрлеген ойоштороу” проектын тәҡдим иткән.

Проекттың инициаторы заводты Сибайҙың Белов урамында асырға ниәтләй. Әле продукция бренды эшләнгән. Яңы производствола 15 эш урыны булдырыу ҡарала. Ҡала хакимиәте йүнселгә ярҙам йөҙөнән предприятие асыу өсөн бина бирергә ҡарар иткән.

 Бындай ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтелә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: