Иҡтисад
26 Мая 2022, 12:38

Үҫешкән компаниялар һаны арта

Башҡортостанда тиҙ үҫешкән  компаниялар һаны үткән йылға  ҡарағанда 12 процентҡа артҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ундайҙарға бер нисә йыл дауамында тиҙ һәм тотороҡло үҫеш күрһәтеүсе компаниялар инә. Йыл йомғаҡтары буйынса, республиканың 1,5 меңдән ашыу компанияһы араһынан 393-ө бөтә яҡтан юғары үҫеш күрһәткән. Эксперттар фекеренсә, был предприятиелар үҙ бурыстарын теүәл үтәүҙән тыш,  артабанғы үҙ үҫешенә инвестиция һалалар, юғары квалификациялы персонал йыйалар, булғандарын уҡыталар һәм етештереүҙе киңәйтеү  өҫтөндә эшләйҙәр. Үткән йыл эсендә республиканың тиҙ үҫешкән компаниялары 11 меңгә яҡын яңы эш урындары булдырған. Уларҙың  дөйөм табышы 31 миллиард һумға еткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас