Сираттағы уҡыу 5 июлдә башлана. Уҡыу барышында белем алыусылар баҙар шарттарында предприятиеларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм идара итеү сараларын ҡараясаҡ. Улар предприятиеларҙың етештереүсәнлек йүнәлешен баһаларға, артабанғы үҫеш нөктәләрен эҙләргә, ағымдағы иҡтисади шарттарҙа ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәклеген, үҙгәрештәр индерергә һәм хеҙмәткәрҙәр менән яңыса идара итеүгә өйрәнәсәк. Милли проектта ҡатнашыусылар өсөн белем биреү программаһын Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы заказы буйынса Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы тормошҡа ашыра. Программаны әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуға алдынғы компанияларҙа эшләүсе эксперттар йәлеп ителгән. Милли проектта ҡатнашыусылар федераль бюджет саралары иҫәбенә уҡый. Уҡыу ваҡыты - биш ай. Был уҡыуҙа ҡатнашҡандар практик күнекмәләр һәм төплө белем аласаҡ. Уҡытыу дүрт,атап әйцткәндә, стратегия, маркетинг, персонал менән идара итеү һәм digital инструменттарын ҡулланыу йүнәлешендә алып барыла.