#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан
– IT-эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары ипотека кредитлауына льготалы шарттар, ойошманы тикшереүҙәрҙән азат итеү, армияға саҡырыуҙы кисектереү, һалым йөкләмәһен кәметеү рәүешендә күрһәтелә, – тип һөйләй БР дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов. Ул шулай уҡ грант ярҙамы күрһәтеү тураһында ла әйтеп үтте.
“Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы технологиялар” проекты сиктәрендә грант ярҙамы күрһәтеү санкция сикләүҙәре индерелгәнгә тиклем эшләй башлай. Үткән йылда Башҡортостанда IT-компанияларҙың үҫеше өсөн 153 миллион һум аҡса йәлеп ителгән, быйыл финанс ярҙамы күләмен арттырыу бурысы тора, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Министр урынбаҫары ярҙам сараларын алыу өсөн төп талап булып ойошманың аккредитация үткән IT-компаниялар реестрына индерелеүе тороуын билдәләне. Аккредитация үтеү процедураһы мөмкин тиклем еңелләштерелгән һәм дәүләт хеҙмәттәре сайтына сығарылған. Ғариза бер көн эсендә ҡарала.
Фото – БР Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығының матбуғат хеҙмәте.
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-05-25/it-esh-yuar-ar-a-d-l-t-yar-amy-2817636