Иҡтисад
3 Июня 2022, 17:28

28 инвестиция килешеүе төҙөлгән

Сибайҙа үтеүсе дүртенсе «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында 107 миллиард һумлыҡ 28 инвестиция килешеүе төҙөлгән.

Бынан  алдағы уҙған өс форумда дөйөм алғанда 112 миллиард һумға 56 килешеүгә ҡул ҡуйылған булған. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров һүҙҙәренсә, бер нисә йыл элек Башҡортостанда ошондай инвестиция һабантуйын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итеү дөрөҫ булған. Уны үткәреүгә һалған көс һәм финанс сығымдар үҙен аҡлай. Бынан тыш, форумда Урал аръяғын үҫтереү өсөн стратегик ҡарарҙар ҡабул ителә. Бигерәктә, хәҙерге санкция шарттарында ҡайһы бер сит ил инвесторҙары эшлекле форумға килергә ҡурҡа, унда ҡатнашыуҙан баш тартҡан осраҡтар булды, тип билдәләне Назаров. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, 11 илдән 41 сит ил кешеһе инвестиция-һабантуй майҙансыҡтарында катнашҡан.

Автор:
Читайте нас