

Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында 130 миллион һумға килешеү төҙөлгән.
М-5 трассаһында йөк машиналары өсөн заманса автосервис барлыҡҡа киләсәк. «Урал аръяғы-2022» форумында «Евродеталь-сервис» компанияһы сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр ведомствоның мәғлүмәт хеҙмәтенән. Сауҙа компанияһы объект төҙөүгә ер участкаһы алды һәм ул иң ҙур инвестиция проекты тип танылды. Киләсәктә предприятие 50 белгесте эшкә аласаҡ.
«Евродеталь-сервис» компанияһы Өфө районында 2011 йылда уҡ теркәлгән. «СПАРК-Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, предприятие етәкселәре булып Рафит Вәлиуллин менән Азат Хәмиҙуллин иҫәпләнә. Һуңғы йыл һөҙөмтәләренә ярашлы компания тотороҡло үҫеше һәм уңышлы эшмәкәрлеге менән ышаныс яулаған.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайты.