Иҡтисад
3 Июня 2022, 16:35

Борсаҡ эшкәртеләсәк

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрепндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «ИнгФуд» компанияһы араһында инвестиция килешеүе төҙөлдө.

Добавить в предпочтительные источники Google

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрепндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «ИнгФуд» компанияһы араһында инвестиция килешеүе төҙөлдө.

Предприятие борсаҡты тәрән эшкәртеү буйынса яңы, заманса, юғары технологиялы һәм фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән производство төҙөү проектын ғәмәлгә ашырырға һәм борсаҡтан тәбиғи аҙыҡ-түлек ингредиенттарында баҙар ихтыяжын тәьмин итергә ниәтләй.

5 миллиард һумлыҡ проект Нефтекамала йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тормошҡа ашырыла. Ул 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Компанияның Һамар өлкәһендә бындай проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса тәжрибәһе бар. Бөгөн заводты урынлаштырыу өсөн ер участкаһы һайланған, бизнес-план әҙерләнгән, инжиниринг эштәрен башҡарыу өсөн компаниялар, ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр һәм подряд ойошмалары һайлап алынған.

–Был бөтә республика өсөн бик мөһим проект, – тип билдәләне документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында ҡатнашҡа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеү буйынса уникаль производство барлыҡҡа киләсәк. Был, һис шикһеҙ, төбәктә үҫемлекселекте үҫтереүгә, атап әйткәндә, борсаҡ кеүек беҙҙең өсөн традицион ҡуҙаҡлы культураны үҫтереүгә яҡшы стимул бирәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас