Сессияла ҡатнашыусылар ҡатмарлы халыҡ-ара хәл шарттарында яңы Рәсәй образын формалаштырыу үҙенсәлеген, кире тәьҫир итеүсе мәғлүмәт баҫымын һәм илебеҙҙә эшләүсе сит ил бизнесының үҙгәреүсән хәлгә реакцияһын, шул иҫәптән Рәсәй баҙарынан мәжбүри китеү тураһында ҡарарҙарын тикшерҙе. Сикләүҙәр көсәйгән шарттарҙа уларҙы еңеп сығыу өсөн яңыса ижади алымдар һәм үҙ-ара ярҙам итеүҙең яңы юлдарын эҙләү, донъяла яңы йүнәлештә баҙарҙар асыу, эшлекле әүҙемлекте һаҡлап ҡалырға ынтылыу һәм бизнесты намыҫлы алып барыу бик мөһим булыуын билдәләне был сессияның модераторы, Рәсәй актеры Алексей Гаврилов. Ғәрәп медиаселтәренең Евразия бюроһы башлығы Әбдел Сәлим хәлде Рәсәй һәм Европа араһындағы цивилизация һынылышының һөҙөмтәһе тип иҫәпләй. Рәсәй сираттағы русофобия һөжүменә дусар ителә, әммә дөйөм гибрид һуғышы тип аталған яңы тәьҫир итеү алымдарын ҡулланып, был Рәсәйҙең 1980-се йылдар уртаһынан көнбайышта ҡулланылған ҡиммәттәрҙән баш тартыу һөҙөмтәһе булды, тип үҙ ҡарашы менән уртаҡлашты ул.