Делегация составына республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, сәнәғәт, яғыулыҡ һәм инновация министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм газ, аҙыҡ-түлек, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарынан бөтәһе 17 компания вәкиле инде.
Йәғни Тажикистан Республикаһына эш сәфәрендә үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә һәм аралашыуға әҙер предприятиелар ҡатнашты.
Делегация Дүшәнбе ҡалаһында Рәсәйҙең Тажикстан Республикаһындағы сауҙа вәкиле Евгений Кореньков менән осрашты. Унда Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерелгән шарттарҙа эшлекле бәйләнештәр булдырыу мәсьәләһе һәм Тажикстандың Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре менән ике республика араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Тажикстан Республикаһы Хөкүмәтенең Экспорт буйынса агентлығы һәм Дүшәнбе ҡалаһының “Аҡыллы ҡала (Smart city)” дәүләт унитар предприятиеһы вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлашыу буйынса осрашыу ойошторолдо.
Был эш сәфәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул иткән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.