

Быйыл 210 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ. Уларҙың күп өлөшө Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһы өлөшөнә тура килә.
Кисәге көн генә тантаналы асылған Сибай – Асҡар юлына асфальт һалыу өс йыл дауамында барҙы. 18 саҡрым юлға асфальт япма түшәүгә бөтәһе 257 миллион һум аҡса тотонолған.
Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.