Иҡтисад
4 Июня 2022, 03:15

Мөмкинлектәр ҙур

"Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгерсс эшмәкәрлек министрлығы, «Российский экспортный центр» АЙ-һы һәм «Центр Поддержки Экспорта Республики Башкортостан» йәмғиәте тарафынан ойошторолған «PRO EXPORT: төрлө юлдарҙы һайлайбыҙ» секцияһы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google

"Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгерсс эшмәкәрлек министрлығы, «Российский экспортный центр» АЙ-һы һәм «Центр Поддержки Экспорта Республики Башкортостан» йәмғиәте тарафынан ойошторолған.
 «PRO EXPORT: төрлө юлдарҙы һайлайбыҙ» секцияһы уҙҙы.
- Башҡортостан донъяның 120 иленә үҙ продукцияһын һата. Санкция индергән илдәәргә экспорттың өстән бер өлөшө тура килә һәм хәҙер беҙ тышҡы сауҙаны йүнәлештәрен үҙгәтеү юлындабыҙ. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, яҡын Көнсығыш, Азия, – тине Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары Лена Изотова.

 Был өлкәлә белгестәр белдереүенсә, ит илдәргә үҙ продукцияһын оҙатҡан бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә яңы юлдар эҙләүҙә айырыуса ныҡышмал булырға кәрәк.
Сит илдәрҙәге күргәҙмә-йәрминкә сараларында, бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Башҡортостан Хөкүмәте тауарҙы транспортлауға субсидиялар бүлеүҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләй.

Ҡытайға ҡоро юлдан тауар экспортлау өс тапҡырға артҡан. Алыҫ Көнсығыш йүнәлешендә йөк ташыу ике тапҡырға күбәйгән.
- Ошо арала 5 миллион һумға Шишмә майы сит илдәргә оҙатылды. Тимәк, сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеү һаҡлана.Тауарыбыҙға ихтыяж булғас, һата алсаҡбыҙ,Төрлөюлдарҙы эҙләргә һәм табыоға кәрәк, – тине  Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзы вице-президенты Андрей Жуковский.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас