“Тәү сиратта инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы һәммәһен дә ысын күңелдән сәләмләйем. Беҙҙең әлеге сараны үткәреүҙең төп бурысы, Рәсәйҙә бизнесҡа хеҙмәттәшлеккә, үҙ-ара эш итеүгә һәм инвестицияларға асыҡ ошондай биләмәнең булыуын күрһәтеү», - тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, ултырышты асып.
Башҡортостанда, төп сикләүҙәр экспорт-импорт операцияларына ҡағылғанлыҡтан, импортты алмаштырыу һәм импортты тәьмин итеү үҙәге булдырылды. Диңгеҙ порттарында һәм логистика йүнәлештәрендә йөктәрҙе һаҡлау менән бәйле сығымдарҙы ҡаплайбыҙ, шулай уҡ сит ил сеймалы, запас частар һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплайбыҙ. Сәнәғәт секторына ярҙам итеү өсөн беҙ төбәк Сәнәғәтте үҫтереү фондын капиталлаштырабыҙ һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә компетенциялар үҙәген ойошторабыҙ, ә ауыл ерендә агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү өсөн орлоҡ, химикаттар, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар ҡаралған, - тип Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Рәсәйҙең Инновацион төбәктәре ассоциацияһы директоры Иван Федотов билдәләүенсә, хәҙер инновацион ҡарарҙарға ғына түгел, ә ҙур бизнес менән бер рәттән, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ла ихтыяж арта. Етештереү һәм логистик сылбырҙар үҙгәртеп ҡорола. Хәҙер предприятиеларға яңы тәьминәтселәрҙе лә, яңы һатып алыусыларҙы ла тиҙ арала табыу мөһим. Илдең Инновацион төбәктәр ассоциацияһы директоры бизнесҡа ярҙам иткәне һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барғаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
«Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйында донъяның 11 иленән вәкилдәр ҡатнашты. Улар араһында «Fatioglu» холдингының директорҙар советы ағзаһы Угур Фатингоглу булды, ул пленар ултырыш барышында Башҡортостанға һәм Рәсәйгә ярҙам күрһәткән һәм хеҙмәттәшлекте дауам итергә йыйыныуын белдерҙе.
Пленар ултырышта шулай уҡ Франциянан Европа парламенты депутаты Тьери Мариани ҡатнашты. Ул Европа һәм Рәсәй бизнесының киләсәктәлә хеҙмәттәшлек итергә тейешлеген билдәләне. Киләһе спикер - Стратегик асыштар үҙәге президенты Владислав Онищенко пленар ултырышта ҡатнашыусыларға мәсьәләне хәл итеү юлдары хаҡында һөйләне. Хәҙер уныңса, дәүләттең роле өс нәмәгә ҡайтып ҡалырға тейеш. Был бизнес алып барыуҙы ябайлаштырырға һәм еңеләйтергә, иң мөһиме ҡамасауламаҫҡа.
Пленар ултырыш Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә инвестиция әүҙемлеге һәм уңайлы инвестиция мөхите булдырыу рейтингына йомғаҡ яһау менән тамамланды.