#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Керамзит блок бөгөн төҙөлөштә киң ҡулланыла. Был еңел, әммә ныҡлы материалдан төҙөү осһоҙораҡҡа ла төшә. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Ейәнсура районы йүнселе И. Хәлитов керамзит блок етештереү буйынса идеяһы менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә.
Эшҡыуарға ярҙам итергә ҡарар ителде, тип хәбәр итә Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Бина таптым, косметик ремонт яһаным, кәрәкле ҡорамалдар алдым һәм етештереү эшен башланым. Әле цех уңышлы эшләй, сменаһына 2000 блок етештерелә. Эш тулыһынса автоматлаштырылған. Цехта ете кеше эшләй. Тиҙҙән ике сменала эшләүгә күсергә уйлайбыҙ, тимәк, яңы эш урындары булдырабыҙ. Киләсәктә тротуар бордюрҙары һәм канализация ҡулсалары эшләргә ниәтләйбеҙ”, – ти И.Хәлитов.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Фото – Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.